Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Вернуться к обычной версии
 
Включить версию для слабовидящих
Наш лицей – победитель грантового конкурса «Инициативный инновационный проект» в рамках реализации ФЦПРО на 2016-2020гг.!                                                ГБОУ РПЛИ – 20 лет!!!
                                                                                                                                                                                                                   

Меню сайта

Полезные ссылки

Институт развития образования Республики Башкортостан
Министерство образования РБ
ОБРНАДЗОР РБ
Фонд поддержки образования
Пользователи
Зарег. на сайте
Всего: 202
Новых за месяц: 0
Новых за неделю: 0
Новых вчера: 0
Новых сегодня: 0
Из них
Администраторов: 2
Модераторов: 4
Проверенных: 3
Обычных юзеров: 193
Из них
Парней: 130
Девушек: 65
Главная » 2015 » Март » 14 » Лиана Зәбир ҡыҙы республика бәйгеһенә юллана
09:25
Лиана Зәбир ҡыҙы республика бәйгеһенә юллана

Талантлы, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлауға,  педагогик оҫталыҡ менән уртаҡлашыуға һәм тәрбиәсе һөнәренең престижын күтәреүгә йүнәлтелгән  был бәйгелә  йәмғеһе лицейҙың иң ҡыйыу,иң талантлы һәм иң һөйкөмлө  5 тәрбиәсеһе ҡатнашты. Тәүге көндә тәрбиәселәр  конкурстың  «Портфолио” этабын үтте, асыҡ сара һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, икенсе кондө  жюри ағзалары алдында социаль проекттарын яҡланы.  Финалда, бәйгене тантаналы ябыу барышында,  визит карточкаһы менән сығыш яһаны. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға 5 класс тәрбиәсеһе Лиана Зәбир ҡыҙы Исмәғилева лайыҡ булды. Беренсе урында – 10а,10б кластары тәрбиәсеһе Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Икбаева, икенселә – 6а, 6б кластары тәрбиәсеһе Миңлегөл Рәфҡәт ҡыҙы Әбдрәхимова, өсөнсөлә- 7А,7Б кластары тәрбиәсеһе  Лина Әсғәт ҡыҙы Ғәлиева. Бәйгебеҙҙең бишенсе ҡатнашыусыһы Лилә Ғарифулла ҡыҙы Туҡтарова  “Һөнәренә тоғро  ҡалыусы” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.  Тәрбиәселәргә артабан да ижади үрҙәр, тәрбиәләнеүселәре менән яңы бейеклектәрҙе яулауҙарын теләйбеҙ, ә еңеүсегә килгәндә инде, Лиана Зәбир ҡыҙы  2-3 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк республика бәйгеһендә көс һынашасаҡ, уға  уңыштар юлдаш булһын!

«2015 йыл тәрбиәсеһе” конкурсы лицейҙа икенсе йыл ойошторола.   Уҡыу йортонда һөнәри конкурстарҙы үткәреүгә учреждение директоры Римма Айрат ҡыҙы айырыуса иғтибар бүлә. Конкурстарыбыҙҙы  Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ла һәр саҡ хуплап килә. Бәйгене тантаналы ябыу барышында Римма Айрат Ғөбәйҙуллина  жюри составында эшләүсе Мәғарифты үҫтереү институтының психология кафедраһы мөдире Лилиә Рәшит ҡыҙы Халиҡоваға, Стәрлетамаҡ химик-технология колледжы методисы Зәлидә Вәли ҡыҙы Назароваға, тәрбиәселәрҙең ҡала методик берекмәһе етәксеһе, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе  Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллинаға рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм артабан да теләктәшлекте дауам итергә тигән теләген еткерҙе.

Просмотров: 222 | Добавил: Администратор
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
      Copyright MyCorp © 2020   Powered by Kazakbaev Azat