Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Вернуться к обычной версии
 
Включить версию для слабовидящих
Наш лицей – победитель грантового конкурса «Инициативный инновационный проект» в рамках реализации ФЦПРО на 2016-2020гг.!                                                ГБОУ РПЛИ – 20 лет!!!
                                                                                                                                                                                                                   

Меню сайта

Полезные ссылки

Институт развития образования Республики Башкортостан
Министерство образования РБ
ОБРНАДЗОР РБ
Фонд поддержки образования
Пользователи
Зарег. на сайте
Всего: 202
Новых за месяц: 0
Новых за неделю: 0
Новых вчера: 0
Новых сегодня: 0
Из них
Администраторов: 2
Модераторов: 4
Проверенных: 3
Обычных юзеров: 193
Из них
Парней: 130
Девушек: 65
Главная » 2015 » Февраль » 19 » Конкурстың икенсе туры ла уңышлы үтте
12:06
Конкурстың икенсе туры ла уңышлы үтте

   Беренсе һан аҫтында сығыш яһаған Айгөл  Ғәзиз ҡыҙы Туйгилдинаның тарих фәне буйынса “Кеше һәм һуғыш” темаһына арналған дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылаған көндәрҙә ХХ быуаттағы ҡот осҡос һуғыш шаһиты Ғәзиз  Ғафаровтың көндәлектәре менән танышыу беҙгә, йәш быуынға, ул шанлы йылдарҙы бер ҡасан да онотмау бурысын йөкмәтә.

   Физика уҡытыусыһы Азат Ғәфүрйән улы Баяновтың  “Атмосфера баҫымы. Ерҙең һауа ҡабығы” темаһына үткәргән дәресендә 7-се класс уҡыусылары үҙҙәре эксперт, үҙҙәре тарихсы, шулай уҡ ғалим-физик ролендә сығыш яһап ҡына ҡалманылар, ҡыҙыҡлы тәжрибә лә яһап күрһәттеләр, кроссворд та систеләр.

   Лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азат Насретдин улы Хәлиловтың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың “Мәтрүшкә еҫе” әҫәре буйынса үткәрелгән дәресе барыбыҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙ  - әсәйҙәргә иғтибар, ихтирам тәрбиәләү – ололарҙың да, балаларҙың да иң изге бурысы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды юғары категориялы уҡытыусы.

   Айгөл Фатих ҡыҙы Сәхәбетдинова география фәне буйынса “Фәнни-техник революция” темаһына дәресендә ХIX-XXI быуат сиктәренә сәйәхәт иттереп, фәнни-техник прогресс шаһиттары булдыҡ.

   Кәримова Гүзәлиә Баян ҡыҙы инглиз теле дәресендә проект технологияһы менә эш итһә, алтынсы һан аҫтында сығыш яһаған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юнысова Фәриҙә Абдулхаҡ ҡыҙы барыбыҙҙы ла әкиәт иленә алып китте. Алтынсы класс уҡыусылары  Андрей Платоновтың “Билдәһеҙ сәскә” әкиәте менән бәйләп, үҙҙәре өсөн әллә күпме асыш яһанылар.

   Алдынғы технологиялар ҡулланып, юғары зауыҡ менән үткәрелгән дәрестәр араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу жюри составы өсөн еңелдән булманы.

 

Просмотров: 189 | Добавил: Администратор
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
      Copyright MyCorp © 2020   Powered by Kazakbaev Azat