Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Вернуться к обычной версии
 
Включить версию для слабовидящих
Наш лицей – победитель грантового конкурса «Инициативный инновационный проект» в рамках реализации ФЦПРО на 2016-2020гг.!                                                ГБОУ РПЛИ – 20 лет!!!
                                                                                                                                                                                                                   

Меню сайта

Полезные ссылки

Институт развития образования Республики Башкортостан
Министерство образования РБ
ОБРНАДЗОР РБ
Фонд поддержки образования
Пользователи
Зарег. на сайте
Всего: 196
Новых за месяц: 1
Новых за неделю: 0
Новых вчера: 0
Новых сегодня: 0
Из них
Администраторов: 2
Модераторов: 4
Проверенных: 3
Обычных юзеров: 187
Из них
Парней: 129
Девушек: 60
Главная » 2018 » Апрель » 2 » Юбилейҙың була шундайҙары - үткәрмәйсә һис тә ярамай
08:55
Юбилейҙың була шундайҙары - үткәрмәйсә һис тә ярамай

Республика политехник лицей интернатында музыка уҡытыусыһы Йәмил Рафиковтың алтын юбилейы айҡанлы ижади кисә үтте. Был көндө йыр-моңға ғашиҡ, талантлы яҡташтарыбыҙ бер сәхнәгә йыйылды. Йәмил Заһрый улы Республика политехник лицей-интернатында - яратҡан уҡытыусы, тоғро дуҫ, эшһөйәр коллега, ғаиләлә - ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле атай, дуҫтары өсөн мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, эшлекле, йыр-моңға ғашиҡ ғөмүмән изге күңелле, алсаҡ йөҙлө ир уҙаман.

Йәмил Заһрый улын ҡотларғаиң яҡын туғандары Валерий, Наиль, ағайҙары, Рая, Найлә апайҙары ла йыраҡ араларҙы яҡын итеп килеп етте. Сараны бер-бер артлы йыр моңға ғашик, оҫта ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың мәҙәниәт эшсәндәре Йәүҙәт Усманов, Азамат Туйгилдиндар йәмләп ебәрҙе. Әйткәндәй, Йәмил Заһрый улының ғаиләһе лә бик музыкаль. Ҡатыны Рәмзилә апай менән матур итеп йырлай, ҡыҙҙары Чулпан скрипкала уйнай, ә инде бәләкәй Илсаф саф башҡортса шиғыр һөйләй. Ағаһы Наиль өҙҙөрөп гармун тартып йырлы ҡотлау бүләк итте.

Ҡала күләмендә үткән барлыҡ сараларҙа ла Йәмил Заһрый улы һәм уның уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Үҙе уҡытҡан уҡыусылар күңелендә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй алыуына шатлана ул. Белем биргән уҡыусылары Республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа беренселекте яулайҙар, баш ҡалабыҙ Өфөлә йырлап, радио һәм телевидениеларҙа, мәҙәниәт үҫтереүҙә уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

Шундайҙарҙың береһе Гөлмирә Исмәғилева БСТ каналының «Сәләм” тапшырыуын алып бара. Әлиә Хәзиева Башҡортостан Республикаһының Эске Эштәр Министрлығы оркестры солисткаһы. Улар үҙҙәре килергә мөмкинселектәре булмағас, видеоҡотлау ебәрҙе. Студент, РПЛИла уҡыған сағында уҡ күп тапҡыр Рәсәй һәм Республика күләмендә конкурстарҙа еңеү яулаусы Линар Валеев яратҡан уҡытыусыһын ҡотларға үҙе килеп еткәйне. Бындай сара лицей тормошонда йолаға әйләнде. Тырышып хеҙмәт итеп, бөтә көстәрен биреп эшләп йөрөгән коллегаларыбыҙға бер-аҙ ваҡытҡа ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән арынып иҫтәлекле ял сәғәттәре бүләк итә алыуыбыҙға беҙ бик шатбыҙ. 

Киләсәктә Йәмил Заһрый улына именлек, ғаилә бәхете, имәндәрҙәй ныҡлы һаулыҡ, олатай булып ейәндәргә ҡыуанып, тормош иптәше Рәмзилә Абдул ҡыҙы менән тигеҙ, татыу тормош көтөүҙәрен теләйбеҙ. 

РПЛИ директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары 
Котломбәтова Г.Ф.

Просмотров: 84 | Добавил: Администратор
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
      Copyright MyCorp © 2018   Powered by Kazakbaev Azat