Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Вернуться к обычной версии
 
Включить версию для слабовидящих
Наш лицей – победитель грантового конкурса «Инициативный инновационный проект» в рамках реализации ФЦПРО на 2016-2020гг.!                                                ГБОУ РПЛИ – 20 лет!!!
                                                                                                                                                                                                                   

Меню сайта

Полезные ссылки

Институт развития образования Республики Башкортостан
Министерство образования РБ
ОБРНАДЗОР РБ
Фонд поддержки образования
Пользователи
Зарег. на сайте
Всего: 202
Новых за месяц: 0
Новых за неделю: 0
Новых вчера: 0
Новых сегодня: 0
Из них
Администраторов: 2
Модераторов: 4
Проверенных: 3
Обычных юзеров: 193
Из них
Парней: 130
Девушек: 65
Главная » 2015 » Апрель » 6 » “ЙӨРӘГЕМДЕ БАЛАЛАРҒА БИРӘМ»
11:23
“ЙӨРӘГЕМДЕ БАЛАЛАРҒА БИРӘМ»

Республиканың төрлө район ҡалаларынан килгән 14 тәрбиәсе ошо бәйгелә үҙен һынаны. Улар араһында  Күмертау ҡалаһынан ике конкурсант– Республика политехник лицей-интернаты тәрбиәсеһе Лиана Зәбир ҡыҙы Исмәғилева һәм 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе Эльмира Сабир ҡыҙы  Рәхмәтуллина.  Конкурс положениеһына ярашлы,  ситтән тороп портфолио, тәрбиә программалары баһаланһа, 2 апрелдә ошо сараны асыу тантанаһы үтте. Конкурсҡа старт бирелеп, тәрбиәселәр асыҡ саралар темаһын алды. Конкурстың икенсе көнө бигерәк тә ҡыҙыу булды: тап ошо көндө конкурсанттар асыҡ сара үткәрҙе, ул тамамланыуға  жюри ағзалары, коллегалары  алдында  тәрбиәселәр социаль проекттарын яҡланы. Ә инде кисен финалға үткән 5 бәйгесенең исеме билдәле булды, Республика политехник лицей-интернаты тәрбиәсеһе, лицейҙың  “2015 йыл тәрбиәсеһе” еңеүсеһе Лиана Зәбир ҡыҙы Исмәғилева ошо исемлектә ине. Финалға үткән 5 тәрбиәсе бәйгенең өсөнсө көнөндә оҫталыҡ дәрестәре менән уртаҡлашты.

Конкурсты тантаналы ябыу сараһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә үте. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса финалға үткән биш кешенең берәүһенә - Дыуан районы Мәсәғүт мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе   М.Нусратуллина ға беренсе урын бирелеп , ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличныгы  исеменә лайыҡ булды, ҡалған дүртәүһенә, шул иҫәптән  Лиана Зәбир ҡыҙына  ла,   «2015 йылдың дөйөм белем биреү мәктәр-интернаттары тәрбиәсеһе”  конкурсының призеры тигән диплом бирелде.  Финалға үтеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, аҡсалата премия менән бүләкләнде.

 Бәйгелә ҡатнашҡан ҡалған конкурсанттар төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнде. 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе Эльмира Сабир ҡыҙы Рәхмәтуллина “ Патриотизм тәрбиәләүсе”  номнацияһы еңеүсеһе булып ҡайтты.

Просмотров: 299 | Добавил: Администратор
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
      Copyright MyCorp © 2020   Powered by Kazakbaev Azat