Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Вернуться к обычной версии
 
Включить версию для слабовидящих
Наш лицей – победитель грантового конкурса «Инициативный инновационный проект» в рамках реализации ФЦПРО на 2016-2020гг.!                                                ГБОУ РПЛИ – 20 лет!!!
                                                                                                                                                                                                                   

Меню сайта

Полезные ссылки

Институт развития образования Республики Башкортостан
Министерство образования РБ
ОБРНАДЗОР РБ
Фонд поддержки образования
Пользователи
Зарег. на сайте
Всего: 202
Новых за месяц: 0
Новых за неделю: 0
Новых вчера: 0
Новых сегодня: 0
Из них
Администраторов: 2
Модераторов: 4
Проверенных: 3
Обычных юзеров: 193
Из них
Парней: 130
Девушек: 65
Главная » 2015 » Октябрь » 5 » «БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘҮ ҮҘЕ ШАТЛЫҠ, КЕШЕ ҒҮМЕРЕ МОҢЛО ЙЫР ҺЫМАҠ...»
11:11
«БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘҮ ҮҘЕ ШАТЛЫҠ, КЕШЕ ҒҮМЕРЕ МОҢЛО ЙЫР ҺЫМАҠ...»

Билдәле шағирәнең тыуыуына 70 йыл айҡанлы үткәрелгән сара ҡурай моңдары, моңло тауышлы лицей уҡыусыһы Линар Вәлиевтең шағирәнең «Ах, был донъя» шиғырына Йәүҙәт Усманов яҙған йыр менән асылып китте. Кисә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтарҙың шағирҙың һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән бала сағы, тормош юлы хәтирәләре, Зөбәржәт Йәнбирҙинаның тере тауышлы яҙмалары, уҡыусыларҙың шағирәнең шиғырҙарын төрлө телдә һөйләүҙәре, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы. Сара ҡунаҡтарға ла бай булды. Зөбәржәт Йәнбирҙинаныфң бер туған Гөлсөм һәм Рафиға апайҙары ла килгәйне. Уларға арнап яҙылған «Ике бөртөк кенә апайым» шиғырын шағирәнең ҡыҙы Зәлидә Назарова уҡып ишеттерҙе, ә «Һеңлеләрем» шиғырын Зөбәржәт апайҙың һеңлеһе, РПЛИ директоры Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина һәм уның ҡыҙы Гөлназ Хайсарова һөйләп ишеттерҙе.

Яҡташ шағирәбеҙҙең хә-тер кисәһенә килгән район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы Нуриәхмәтова иң тәүҙә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов исеменән ойоштороусыларға оло рәхмәтен еткерҙе. Шулай уҡ ул үҙенең сығышында Бөйөк Еңеү йылында тыуған, Еңеү көнөндә был яҡты донъяларҙан китеп барған талантлы шағир, районыбыҙ ғорурлығының онотолмаҫ ижады, кешелек сифаттарын иҫкә алды һәм лицей коллективына райондың 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы сыҡҡан китапты бүләк итте.

Шағирәнең ейәне Айбулат Назаров та өләсәһенең үҙенә арнап яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Зөбәржәт апайҙың ижадташ дуҫы, Күмертау яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Кинйәғәли Абдуллин: «Беҙҙең ойошманы ул асты. Ул Нәби малайы тип юҡҡа ғына яҙманы, шул тиклем ҡыйыу булды», - тине хәтирәләр ебен һүтеп. «Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге»нең «Ашҡаҙар» гәзите хәбәрсеһе Роза Сафина үҙҙәренең гәзите үҫешенә тос өлөш индереүсе шағирәнең Стәрлелә үткән ғүмерен байҡап сыҡты, бүләккә махсус сығарылған гәзит тапшырҙы.

Өфө ҡунағы — БР «Китап» нәшриәтенең йәш әҙәбиәтсеһе Зиниә Камалова ла үҙенең Зөбәржәт апайға арнап яҙылған «Ил инәһе» шиғырын тасуири һөйләп, йырын йырлап ишеттерҙе. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева: «Бындай кисәләрҙең баһаһын әйтеп бөтөрлөк түгел. Бында уҡыусы балалар өсөн әҙәбиәт донъяһының бик күп серҙәре асыла. Зөбәржәт апай менән бергә эшләргә тура килде. Ул һәр ваҡыт үҙенең кешелек сифаттары, аҡылы менән хайран итте. Һеҙ бәхетле, һеҙҙең шундай билдәле ир-ҡыҙығыҙ бар», - тип башланы һүҙен. Артабан ул мөхәррир булараҡ, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының артабанғы хәле өсөн борсолоуҙарын белдереп, бар халыҡты журналаға яҙылырға өндәне, шағирәгә арналған шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Иң һуңынан, шундай матур, моң, шиғриәт менән һуғарылған хәтер кисәһенә һоҡланыуын йәшермәй, Зөбәржәт Йәнбирҙинаның ҡыҙы Зәлидә ысын күңелдән ихлас рәхмәттәрен һәм изге теләктәрен яуҙырҙы. 

Просмотров: 620 | Добавил: Администратор
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
      Copyright MyCorp © 2020   Powered by Kazakbaev Azat