Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Вернуться к обычной версии
 
Включить версию для слабовидящих
Наш лицей – победитель грантового конкурса «Инициативный инновационный проект» в рамках реализации ФЦПРО на 2016-2020гг.!                                                ГБОУ РПЛИ – 20 лет!!!
                                                                                                                                                                                                                   

Меню сайта

Полезные ссылки

Институт развития образования Республики Башкортостан
Министерство образования РБ
ОБРНАДЗОР РБ
Фонд поддержки образования
Пользователи
Зарег. на сайте
Всего: 202
Новых за месяц: 0
Новых за неделю: 0
Новых вчера: 0
Новых сегодня: 0
Из них
Администраторов: 2
Модераторов: 4
Проверенных: 3
Обычных юзеров: 193
Из них
Парней: 130
Девушек: 65
Главная » 2015 » Июнь » 1 » Һаумы, йәйге каникул! Һау бул, лицей!
12:42
Һаумы, йәйге каникул! Һау бул, лицей!

Байрам өс этаптан торҙо. Беренсеһендә РПЛИ директоры Р.А.Ғөбәйҙуллина барлыҡ лицейсыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусылар колективын, ярҙамсыл персонал хеҙмәткәрҙәрен уҡыу йылы тамамланыу менән ҡотланы, ошо уҡыу йылында иң юғары күрһәткестәргә эйә булғандарға Маҡтау грамоталары  тапшырҙы. 2014/2015 уҡыу йылында  хеҙмәттәшлек итеүе өсөн  ӨДАТУ-ның Күмертау филиалы директоры Ә.И.Дауытовҡа, ЫДУ-ның Күмертау филиалы В.А.Анищенкоға, Күмертауҙың иҡтисад һәм хоҡуҡ институты  директоры  В.И.Сухочевҡа Рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәр тапшырылды. Бөгөнгө заманда бағыусыларһыҙ бер генә сара ла үтмәйҙер, был йәһәттән ҡаланың эшҡыуарҙары менән ғорурланмау мөмкин түгел. Республика политехник лицей-интернатына бер нисә йыл дауамында бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән "Арка" ЯСЙ директоры М.З. Михайлова, "Акрополь" ЯСЙ директоры Х.М.Ғайсин, шәхси эшҡыуарҙар  М.Ғ. Биҡҡолов, А.Г.Дьяченко, Л.И.Макеев, Ғ.Р.Вахидовтар ҙа бөгөнгө тантанаға саҡырылып, директорыбыҙ Р.А.Ғөбәйҙуллина ҡулынан Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр алды. Башҡортостан Республикаһының буласаҡ техник интеллегенцияһын тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергән Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе  Ә.Ф.Шәмиғолова, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының "Юшатыр " ижтимағи-сәйәси  гәзите редакторы М.М.Ильясовҡа ла, оло рәхмәт йөҙөнән,  Рәхмәт хаты һәм махсус бүләк тапшырылды.

Һабантуйҙың икенсе өлөшөндә бөгөнгө байрамға йыйылғандар  спорттың 13 төрөндә кемуҙарҙан ярышты, балалар ата-әсәләр менән берлектә йәрминкә ойошторҙо. Барлыҡ ярыштар тамамланғас, халыҡ тағы бер тапҡыр майҙанға йыйылды: ярыш-бәйгеләрҙә еңеүселәр  бүләктәр алып һөйөндө. Балалар  лицей ашханаһында милли аш менән һыйланып, йәйге каникулға  таралышты. 

Просмотров: 222 | Добавил: Администратор
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
      Copyright MyCorp © 2020   Powered by Kazakbaev Azat